Башҡорт теле көнө
Декабрь 14, 2022
Просмотров: 1277
Башҡорт теле көнөнә һәм мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө айҡанлы Әлкә урта мәктәбендә башҡорт теле аҙналығы үткәрелде. Башҡорт теленә һәм М. Аҡмуллаға арналған класс сәғәттәре, башҡортса йәнһүрәттәр, нәфис фильмдар, спектаклдар ҡарау ойошторолдо. Һәр бер класс стендтар, стенгазеталар сығарҙы. "Башҡорт теле-күңелем көҙгөһө" тигән яттан һөйләү һәм йыр бәйгеһе уҙғарылды.Байрам көндө әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо, унда һәр класс үҙенең оҫталығын күрһәтте. Саралар ойошҡанлы, яҡшы кимәлдә үтте.