Һуңғы ҡыңғырау 2018
Әлкә урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған 16 уҡыусыға (9 һәм 11 класс) иң изге теләктәр яңғыраны. Уларҙы байрам менән Салауат районы Пенсия фонды идаралығының етәксеһе Хәмиҙуллин Ирек Зәйнулла улы, Әлкә ауыл советы биләмәһенең башлығы Низамов Руслан Ғәлимйән улы, мәктәп директоры Садиҡова Әлфиә Ниғәмәт ҡыҙы, уҡытыусылар, яҡындары ҡотланы.
Мәктәп директоры Ә.Н. Садиҡова һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн коллегаларына рәхмәт белдерҙе, уҡыусыларға йомғаҡлау имтихандарын уңышлы тапшырып, төплө белемдәрен күрһәтеүҙәрен теләне, ә бының өсөн бөтөн шарттар булдырылған. Мәктәп тамамлаусыларҙың уҡыу йылы аҙағына күрһәткестәре уларҙың маҡсатҡа йүнәлешле эше хаҡында һөйләй. Ун беренсе кластар араһында олимпиадалар, конкурстар һәм ярыштар еңеүселәре һәм призерҙары аҙ түгел.